Үткән аҙнала лицей-интернатының атай – әсәйҙәре өсөн йыйылыштар үтте. Марат ҒИЛМАНОВ 2022 йылдың фән һәм мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында ентекләп һөйләп китте, лицей тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларҙың ата – әсәләренә коллектив исеменән рәхмәттәрен еткерҙе.

Көн тәртибенең икенсе һорауында #РЛИның ремонт – төҙөлөш эшенә әҙерләнеү тураһында директор һәм уның урынбаҫарҙары ентекләп юл картаһы менән таныштырҙылар . Улар йыйылышта ҡатнашыусыларға уҡыу, туҡланыу һәм йәшәү нисек ойоштороласағын аңлатып киттеләр.

Беҙҙе нимә көтә!?
1) Интернатта йәшәүсе тәрбиәләнеүселәр бөтәһе лә 2-се дөйөм ятаҡта йәшәйәсәк.
2) 1-се дөйөм ятаҡ ваҡытлыса уҡыу бинаһына әйләнәсәк.
3) Башланғыс кластар өсөн дәрестәрҙән һуң оҙайтылған көн төркөмдәре булмаясаҡ.
4) Өҫтәмә белем, түңәрәктәр беренсе ятаҡта эшен дауам итәсәк.
5) Туҡланыу #РЛИла ойоштороласаҡ.