Бөгөн лицей-интернатта атай-әсәйҙәр комитетының йыйылышы үтте. Уҡыу йорто директоры Марат ҒИЛМАНОВ кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы ремонт-төҙөлөш эшенең юл ҡартаһы менән ентекләп таныштырҙы. Атай-әсәйҙәргә эштәр башланғас тәрбиәләнеүселәрҙең ҡайҙа уҡыуҙарын, туҡланыуҙары тураһында ла аңлатып китте. Эш төркөмө төҙөлдө. Сарала ҡатнашыусылар менән дөйөм ятаҡтарҙы ҡарап балаларҙың йәшәү һәм ремонт ваҡытында йәшәйәсәк шарттары менән яҡыныраҡ таныштылар.

Атай-әсәйҙәрҙең был оло эшкә бергәләп, берҙәм булып тотоноуҙары, улар яғынан да ярҙам итеү тураһында йылы һүҙ ишетеүе коллективты ҡыуандыра һәм дәрт өҫтәй.

Йыйылышта һайланған эш төркөмө ремонт ваҡытында проект һәм төҙөлөш объектарын бергә контролдә тотоп эшселәрҙән ремонт башҡарылған майҙансыҡтарҙы ҡабул итеү, уҡыу кабинеттарын, бинаны тышҡы һәм эске яҡтарының эшкә тотонор алдынан проекты раҫлағанда килешеп эшләү маҡсатында төҙөлдө.