Был аҙнала Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты атай-әсәйҙәр комитетының сираттағы онлайн форматта йыйылышы үтте. Төп һорауҙарҙың береһе булып ремонт-төҙөлөш эштәренә әҙерлек, юл картаһы буйынса бөгөнгө көнгә ниндәй эштәр эшләнгәненә анализ яһау булды.

Республика лицей-интернат директоры Марат ҒИЛМАНОВ йыйылышта ҡатнашыусыларға ентекләп балаларҙың дөйөм ятаҡта йәшәүҙәре, кластарҙың ваҡытлыса уҡыу һәм тәрбиә өсөн тыуҙырылған яңы шарттарҙа интернат эшмәкәрлеген дауам итеү, туҡланыу тураһында һөйләп китте.

Йыйылыштың киләһе көн тәртибе, атай-әсәйҙәр комитетын борсоған, төрлө дәүләт структураларының бәйләнеш селтәрәҙәренә мөрәжәғәт итәкән һорау буйынса уҡыу йорто етәксеһенең сығышын тыңланылар. Дөрөҫөн яҙыр кәрәк, бик күптәргә, килешеп эшләнәмгән, комитет исеменән мәрәжәғәт ителгән хәбәр яңылыҡ та булды йыйнда. Бының буйынса ҙур бәхәс тыуҙы комитет вәкилдәре араһында.

Дөйөм алғанда йыйында атай-әсәйҙәрҙең әүҙем булыуҙары, үҙ фекерҙәрен халыҡҡа еткереүҙәре, балалары өсөн янып тороуҙары, йыйылыштың протоколына тәҡдимдәр индереп күпселлек тауыш менән бер фекергә килеү һәм интернат хаҡимиәтенең эшмәкрәлегенә ыңғай баһа биреүҙәре ҡыуандыра. Тимәк, бергәләшеп ремонт һәм төҙөлөш осорон сабыр булып үткәрергә генә ҡала.

Йыйында ҡатнашыусыларға РЛИ коллективы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бергә һәм берҙәм булайыҡ, хөрмәтле атай-әсәйҙәр!

ЙЫЙЫНДЫҢ ТӨП ҠАРАРҘАРЫ:
– ремонт-төҙөлөш ваҡытында уҡыусыларҙан мәктәп формаһы кейеп йөрөүҙе талап итергә;
– атай-әсәйҙәргә, сит кешеләргә интернатҡа кергән саҡта, Уставҡа ярашлы, алдан хәбәр итеп килергә. Уҡыу ваҡытында уҡытыусыларҙы ҡамасауламаҫҡа. (Ҡағиҙә төп сайтта бар);
– ремонт һәм төҙөлөш ваҡытында атай-әсәйҙәрҙе йәлеп итергә;
– уҡыусылар арһында йәмғиәти-файҙалы эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә, тәрбиәләнеүселәрҙе интернат тормошона йәлеп итергә;
– атай-әсәйҙәргә, педагогтарға һәм тәрбиәләнеүселәргә лицей-интернат хаҡимиәте менән эштәрҙе килешеп эшләргә;
– ремонт – төҙөлөш ваҡытында тыуҙырылған шарттарҙа балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙе дауам итергә.